Моя родословная! #МыБашкиры, #БеҙБашҡорттар, #БезБашҡортлар
Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашып, БАШҠОРТ булып яҙылдым
Ғаиләмдә дүрт кеше. Үҙебеҙ ҙә, балаларыбыҙ ҙа БАШҠОРТ телен бик яҡшы беләбеҙ. Үҙ-ара тик БАШҠОРТса аралашабыҙ. Бынан тыш көндәлек тормошта ҡулланыу өсөн тағы ла ике телде беләбеҙ. Барыбыҙ ҙа юғары белемле. Торлағыбыҙ бар. Эшебеҙ бар. Эш хаҡы алабыҙ.
Өләсәй-олатайҙарым, атайым Мәүлембирҙе Зиннәт улы Ғәзизов сығышы менән Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан. Өләсәй-олатайҙарым, әсәйем Мөнирә Кинйәғол ҡыҙы Ғәзизова Ауырғазы районының Үтәймулла ауылынан. Тамырым менән мин – БАШҠОРТ. Ике яҡлап та тамырым Табын ырыуына килеп тоташа.
Яңыраҡ, Башҡортостандың Милли архивы хеҙмәткәре Илшат Миңлебаевтан әсәйемдең атаһы – олатайым – Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында йәшәп, мәңгелек йортона күскән Исмәғилев Кинйәғол Ҡунаҡҡол улының (1886 йылғы) шәжәрәһен йөкмәткеле итеп, төҙөтөп алдыҡ. Ҙур рәхмәт уға!
Олатайым тәүҙә, левират буйынса, үлгән ағаһының ҡатынын – үҙенән 23 йәшкә өлкән еңгәһен – ҡатынлыҡҡа ала.
Бик дини кеше була олатайым. 1914 йылғы Беренсе донъя һуғышында полк муллаһы (һуғыш шарттарында муллаларға мосолман йолаларын атҡарыу: һәләк булған яугирҙарҙы йыназа уҡып ерләү, йома һәм байрам намаҙҙары үткәреү бурысы һалына) булып хеҙмәт итә.
Еңгә-ҡатыны баҡыйлыҡҡа күскәс, өләсәйем Мәҙинә Ғабдрахман ҡыҙын кәләш итеп ала. 1921 йылғы афәтте – аслыҡты кисерәләр. Өләсәйем менән бергә алты йыл ғына ғүмер итәләр. Әсәйем, үҙе әйтмешләй, алты айлыҡ булып, “ҡорһаҡта” ҡала. Үлем түшәгендә ятҡанда олатайым йөклө ҡатынына мөнәжәт әйтә:
“Берәү ҡала әсә һөтөнә туймай,
Берәү ҡала ата йөҙөн күрмәй...”
Бер аҙ тын ятҡас: “...Мәҙинә, буйыңда барлығын беләм, Аллаһ бирһә сабыйыбыҙ тыуыр. Ҡөръәндә бер доғаның “Мөөниииир” тип тамамланған матур урыны бар. Улым тыуһа, “Мөнир”, ҡыҙым тыуһа, “Мөнирә” тип, исем ҡушырһың. Бәхил бул!” – тип, олатайым, һуңғы һүҙҙәрен әйтә.
1928 йылдың июлендә әсәйем Мөнирә Кинйәғол ҡыҙы донъяға килә. Атаһы тураһындағы матур хәтирәләрҙе әсәһе аша белеп үҫә.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда барлыҡ үҫмерҙәр кеүек үк, һуғыштың тәүге көндәренән ололар менән бер ҡатарҙан ауыр хеҙмәт, тормош юлы үтә. “Тик фронт өсөн! Тик Еңеү өсөн!” – Сибек кенә үҫмер иңдәренә төшкән оло һынау ҙур Еңеүҙәрҙе яҡынлаштыра.
1947 йылда, 17 йәшендә, Ғафури районының Сәйетбаба ауылына, 21 йәше тулыр-тулмаҫ Бөйөк Ватан һуғышынан беренсе төркөм инвалиды булып ҡайтҡан атайым Мәүлембирҙе Зиннәт улы Ғәзизовҡа, кәләш булып килә. 74 йыл ошо ауылға ерегеп, 9 балаға ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы хеҙмәт һәм ғүмер юлы үтә. Сәйетбаба ауылының хөрмәтле һуғыш һәм хеҙмәт ветераны.
“Мин килен булып килгән мәлдәге яңы тыуып ҡына торған сабыйҙар, хәҙер инде үҙҙәре олоғайып, күптәре баҡыйлыҡҡа күсте,” – ти, әлеге көндә Сәйетбабаның ҡырҙан төшкән берҙән-бер оло йәштәге килене – әсәйем. “Үҙе был донъянан бик иртә киткән атайғынам берҙән-бер балаһына – миңә – оҙон ғүмер, ырыҫ теләгәндер, тип уйлайым. Йәне йәннәттә булһын атайымдың!
Атай йөҙө күреп үҫмәһәм дә, Әлхәмдүлилләһ, 93 йәшкә еттем. Атайымдың 42 йыл ғына ғүмерен ике тапҡыр йәшәнем,” – ти, ете быуынын күреү бәхете тәтегән әсәйем. Ете быуын тигәнем шул: уға өләсәһенең әкиәттәрен тыңлап, әсәһенең һөйөүен тойоп үҫергә насип була. Бөгөнгө көндә иллегә яҡын ейән-ейәнсәрҙең, бүлә-бүләсәрҙең, тыуа-тыуасарҙың ҡәҙерле өләсәһе, ғорурлығы. Тыуасары Тамерлан – Салауат бүләһенең улы. Уларҙың ғаиләһе ошо көндәрҙә тағы ла ишәйергә тора.
“Минең иң ҙур байлығым да, бар булған бәхетем дә, күҙ терәп торған кешеләрем дә – балаларым. Намыҫлы, тоғро хеҙмәт һәм тормош юлы үтеп, итәк тулы балалар үҫтереүем – ошолор тыуған илемә индергән үҙ өлөшөм. Һәр ата-әсә үҙ балаһына һәр яҡлап яҡшы тәрбиә, төплө белем бирергә тырыша. Аллаға шөкөр, балаларым һәр береһе тормошта үҙ урынын табып, тыуған илебеҙгә лайыҡлы хеҙмәт итте, хәҙер инде хаҡлы ялда (авт. – иң кесеһе – минән башҡалары). Ейән-ейәнсәрҙәрем юғары белемлеләр, араларында фән юлынан киткәндәре лә бар. Аҡыллылар, тәүфиҡлылар, егәрлеләр. Уларҙың уңыштарын күреп ултырыу – өләсәй өсөн сикһеҙ бәхет!” – ти минең һөйөклө әсәйем. Ул әле лә сафта. “Аҡыл һандығы”ның ҡиммәтле “бүләк”тәрен йәш быуынға ихлас тарата.
Зөбәржәт Яҡупова.